Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Августа 2024, 09:35

Сауҙа нөктәләре нисек эшләй?

   Әле баҡсала емеш-еләктәрҙең, йәшелсәләрҙең өлгөргән мәле. Баҡсасылар  уңыш йыя, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, компот, салаттар эшләй. Әммә барыһын да эшкәртеп тә өлгөрә алмайҙар, шунлыҡтан ҡайһы берәүҙәр  үҙҙәре үҫтергән уңышын ҡала халҡына һатыуға сығара. Шуныһы ҡыуаныслы, 2022 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән төбәктә баҡсасылар өсөн бушлай өҫтө ҡаплаулы сауҙа майҙандары булдырылды.

Сауҙа нөктәләре нисек эшләй?Сауҙа нөктәләре нисек эшләй?
Сауҙа нөктәләре нисек эшләй?

     — Үҙҙәренең ҡулдары менән үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә-емеш менән сауҙа итеүсе ололарҙы ҡыуырға ярамай, ә улар өсөн шарттар булдырырға, сауҙа урындарын йыһазландырырға кәрәк, – тигәйне ул баҡсасыларҙың форумында сығыш яһағанда.

Бөгөн был сауҙа павильондары нисек эшләй? Баҡсасылар ҡәнәғәтме? Уларға сауҙа итергә бер кем дә ҡамасауламаймы?  

   Мәрйәм СӘЙФУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

      — Ошондай матур сауҙа  урындары булдырылған өсөн  рәхмәт уҡып бөтә алмайбыҙ. Үҫтереүе бер, уны мәлендә һатыу ҙа  кәрәк бит әле. Бында иһә рәхәтләнеп үҙебеҙ үҫтергән баҡса емештәре менән һатыу итә алабыҙ. Иртә йәйҙән баҡса еләге булды, шуны һаттыҡ, унан ҡыярҙар, йәшел һуған, укроп өлгөрҙө. Әле бына әҙерәк ҡурай еләге бар, помидорҙар ҙа бешә. Әҙләп кенә һатһаҡ та файҙа, бөтә нәмәгә хаҡтар артҡанда бер пенсияға ғына ҡарап йәшәүе ауыр.

   Айытбай   ХӘЙРУЛЛИН, Өфө ҡалаһы:

       — Баҡсасылар өсөн сауҙа урындары кәрәк, әлбиттә. Бында иркенләп тороп, сауҙа итергә була, бер кем дә ҡыумай, берәү ҙә һүҙ әйтмәй. Юғиһә, элегерәк үҫтергән әйбереңде лә ҡайҙа барып һатырға белеп булмай ине.  Баҡсасыларҙың хәлен аңлап эш иткән республика етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ. Беҙ алыпһатарҙар түгел, үҙебеҙҙең тауарҙарыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ. Әллә ниндәй ҙур хаҡ та һорамайбыҙ.   Баҡса үҫтермәгән ҡала халҡына ла һәйбәт, беҙгә лә әҙме-күпме аҡса килә тигәндәй.  Күптән баҡса тотҡас, тәүҙә ағас үҫентеләре, сәскә, йәшелсә үрсемдәре һаттыҡ. Унан емеш-еләк, йәшелсәләр өлгөрә башланы. 

   Әминә ФӘЙЗУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы:

        — Баҡса үҫтереү – беҙҙең яратҡан шөғөлөбөҙ булһа, үҫтергән тауарҙарыбыҙҙы һатыу – көн талабы, тип әйтәйемме икән. Сөнки үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, магазиндарҙа тауарҙарға хаҡтар көндән-көн арта бара, ә пенсияға ғына йәшәүе бигүк еңел түгел. Беҙгә көс, тир түгеп үҫтергән йәшелсә-емештәребеҙҙе һатырға мөмкинлек булыуы – үҙе бер ҡыуаныс.  Бында бөтә уңайлыҡ бар, хатта ямғыр яуһа ла ҡурҡыныс түгел, баш өҫтөндә ҡыйыҡ бар. Икенсенән, халыҡ та баҡсасыларҙың сауҙа урындарын белгәс, үҙҙәренә кәрәк нәмәне эҙләп килә. Тимәк, һатып алыусылар ҙа бар. Баҡсала уңыш ҡына мул булһын, һүҙ юҡ, һатыу итеү павильондары шәп.

   Гөлнур ЮНЫСБАЕВА, Баймаҡ ҡалаһы:

   – Баймаҡта ла ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү үҙәктәре уңышлы эшләй.  Ҡыйыҡ аҫтында  сауҙа итеү өсөн махсус өҫтәлдәр урынлаштырылған бер нисә сауҙа нөктәһе бар ҡалала. Бик уңайлы, өҫтәүенә, бында һатыу иткән өсөн түләргә лә кәрәкмәй. Рәхәтләнеп үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә-емеште, ул ғына ла түгел, һөтөн, майын, ҡаймағын, ҡоротон, эремсеген, шулай уҡ тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ итен һатабыҙ. Кеше лә белеп бөткән, үҙенә нимә алырға кәрәк, ошонда килә.

Ғөмүмән, бындай сауҙа урындары булдырылыуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, сөнки ауыл кешеһе үҙе етештергән аҙыҡ-түлекте әҙ булһа ла һатып, шуның менән көн итә, тип әйтергә мөмкин. Элек баҙар көнөндә генә һатыу итә инек, хәҙер иһә аҙнаның һәр көнөндә бындай мөмкинлек бар. Ауыл халҡын ҡайғыртҡандары өсөн республика һәм район етәкселегенә ҙур рәхмәт.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас