Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2024, 03:00

Өс ҡатлы бәлеш

Тиҙҙән биш ҡатлыһын да бик оҫта итеп бешерербеҙ әле)))

Өс ҡатлы бәлешӨс ҡатлы бәлеш
Өс ҡатлы бәлеш

Ҡамырға: 100 мл йылы һыу, 180 г аҡ май, бер йомортҡа, 11 г ҡоро сүпрә, бер ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 350 – 400 г он.

Эслеккә: 350 г самаһы курага, 200 г ҡара емеш, 380 мл эҫе һыу, 200 г шәкәр + ҡара емешкә ҡушыу өсөн тағы дүрт ҡалаҡ, ярты лимон, 10 г крахмал.

Курага менән ҡара емешкә (айырым һауытта, әлбиттә, онотмағыҙ беҙҙең бәлеш өс ҡатлы) ҡайнар һыу һалып ултыртып торорға. Шунан блендерҙа ваҡларға йәки ит турағыстан үткәрергә. Ҡара емешкә дүрт ҡалаҡ шәкәр ҡушырға, һыуын әҙ генә һалырға, масса ҡуйы булырға тейеш. Лимонлы эслек өсөн ярты лимонды ит турағыста үткәрергә лә 200 г шәкәр, крахмал ҡушып, болғарға.

Ҡамыр әҙерләү: 100 мл һыуға бер ҡап ҡоро сүпрә һалып, күпертергә. Йомортҡа, май, шәкәр, тоҙҙо бергә ҡушып, баяғы ойотҡоно (сүпрәле) өҫтәргә. Ондо әҙ-әҙләп кенә ҡушып, ҡамыр әҙерләргә һәм бер сәғәткә ҡабартырға ҡуйырға. Артабан былай: ҡамырҙы дүрт өлөшкә бүлергә: береһе – ҙур, икенсеһе – уртаса, ҡалған икәүһе – бәләкәйерәк.  Ҙур өлөшөн йәйеп, майлы табаға һалырға ла уға курагалы эслекте тигеҙләп йәйеп кенә һалырға. Өҫтөнә уртаса ҙурлыҡтағы йәймәне йәйеп, ҡара емешле эслекте һалырға. Уның өҫтөнә бәләкәй йәймә һәм уның өҫтөнә – лимонлы эслек. Ҡалған йәймә менән бәлештең өҫтөн ҡаплап, иң аҫтағы менән нығытып, 180 градуслы духовкаға ултыртырға. Бәлеш 30 – 35 минутта бешә. Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас