Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2024, 11:30

Майлы балыҡ мөғжизәләр тыуҙыра

Астма менән ауырымаҫ өсөн майлы балыҡ ашарға кәрәк, ти белгестәр.

Майлы балыҡ мөғжизәләр тыуҙыраМайлы балыҡ мөғжизәләр тыуҙыра
Майлы балыҡ мөғжизәләр тыуҙыра

    Кембридж университеты ғалимдары фекеренсә,  даими рәүештә майлы балыҡ ашау астма менән ауырыу хәүефен кәметә. Улар әйтеүенсә, был сирҙе киҫәтеү өсөн аҙнаһына ике тапҡыр майлы балыҡ ашау ҙа етә. Шулай уҡ  күптән раҫланыуынса, даими рәүештә балыҡ ашау (әҙләп булһа ла)  ҡатын-ҡыҙҙарҙы  йөрәк өйәнәгенән һәм инфарктан һаҡлай. Медиктар 80 меңгә яҡын  ҡатын-ҡыҙҙы тикшергән. Һөҙөмтәлә  кемдәр аҙнаһына ике- өс тапҡыр 100 г балыҡ ашаған,  ишемия ауырыуы өйәнәге хәүефе 48 процентҡа кәмерәк булған.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас