3 кг помидор, 1 кг башлы һуған, 2 стакан үҫемлек майы, 0,5 стакан шәкәр, 4 ҡалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ төйөлгән әсе ҡыҙыл борос.Помидорҙы – киҫәктәргә, һуғанды һаламлап турарға. Һуғанды үҫемлек майында ярты сәғәт ҡыҙҙырырға. Уға помидор, шәкәр, тоҙ, борос һалып, 15 минут бешерергә.Эҫе көйө стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.Макаронға, билмәнгә бына тигән соус килеп сыға.