Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2024, 11:05

Крандан осоп төшкән

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы «ПРО СТО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 51 йәшлек хеҙмәткәре зыян күргән бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы. 

Крандан осоп төшкәнКрандан осоп төшкән
Крандан осоп төшкән

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы «ПРО СТО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 51 йәшлек хеҙмәткәре зыян күргән бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 7 августа Өфөнөң Ленин районында Әхмәтов урамындағы йорттар төҙөлөшө объектында кран-манипуляторҙың конструкцияһы емерелгән. Техниканың тейәгесе ҡолауы арҡаһында машинист бейеклектән осоп төшкән. Зыян күреүсе  Өфөнөң 21-се дауаханаһына оҙатылған.

Төҙөлөш техникаһы менән эшләү тәжрибә һәм иғтибарлы булыуҙы талап итә шул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас