Хикмәтле хикәйәт
Кеше булып ҡал...
Бер ҡарт яңылыш утҡа эләгеп яна башлаусы йыланды ҡотҡарған. Уныһы тотҡан да кешене саҡҡан. Ауыртыуға түҙә алмаған ҡарт, йыланды эләктереп уттан сығарған таяғын һелтәп ебәргән. Теге йылан ҡуша йәнә утҡа барып төшкән. Ҡарт тағы ла ҡабалана һалып, йыланды ҡотҡарған.
Был күренеште күҙәтеп торған йәштәрҙән берәү аптырауға ҡалған:
– Ниңә сағыла-сағыла ул йыланды ҡотҡарҙың инде? – тип һораған.
– Һай, егет, был һөйрәлеүселәрҙең булмышы – сағыу. Эйе, ауыртты. Әммә был минең булмышымды – ҡотҡарырға ынтылыусан булыуымды – үҙгәртергә тейеш түгел. Кемдер, нимәлер һеҙҙе яраланы тип, булмышығыҙҙы үҙгәртмәгеҙ, йөрәгегеҙ игелекле булып ҡалһын. Тик шуны белегеҙ: һаҡланыу саралары тураһында ла онотмағыҙ.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.