Картуф ҡабығы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге өсөн бик тә файҙалы булған цинк һәм калийға бай. Ул картуфтың үҙенә ҡарағанда витаминдар һәм минераль матдәләр, ферменттар тағы ла күберәк. Ҡабығынан бик тә шифалы булған иҙмә әҙерләргә була. Бының өсөн иң тәүҙә картуфты яҡшы итеп йыуып, шунан ҡабығын ҡалыныраҡ итеп әрсеп алырға һәм ит турағыстан үткәрергә. Килеп сыҡҡан массаға саҡ өҫтөнә сығырлыҡ итеп ҡайнар һыу ҡойорға, 1-2 минут ҡайнатырға һәм йылыла төнәтергә. Әлбиттә, ул тәме буйынса иҙмәнән ҡалыша, әммә шифаһы буйынса күпкә өҫтөн: организмдан шлактарҙы сығарырға, матдәләр алмашыныуын көйләргә, аллергиянан һәм шешенеүҙән арынырға ярҙам итә. Варикоздан, диатездан, артриттан һәм геморройҙан да файҙалы.
Фото:Т.Аманов.