Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Август 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле

– Иптәш полиция, анауында баянан бирле бер нисә кеше һуғыша! – Ниңә уны бая уҡ хәбәр итмәнегеҙ?..  

Көлөп алайыҡ әлеКөлөп алайыҡ әле
Көлөп алайыҡ әле

*   *   *

– Иптәш полиция, анауында баянан бирле бер нисә кеше һуғыша!

– Ниңә уны бая уҡ хәбәр итмәнегеҙ?

– Сөнки быға тиклем минең таныштар бирешмәй ине.

 

*   *   *

– Улым, бөгөн һиңә 18 йәш тулды, етди темаларға ла һөйләшергә була. Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ...

– Абау, һеҙ һөйләшә лә беләһегеҙме ни?

 

*   *   *

Әгәр ҙә замамнында лампа уйлап тапмаһалар, беҙ хәҙер телевизорҙы дөм ҡараңғыла ҡарап ултырыр инек.

 

*   *   *

Официант:

– Тортты нисә өлөшкә бүләйек: дүрткәме, һигеҙгәме?

– Дүрткә генә. Һигеҙ киҫәк ашап булмаҫ ул.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас