Ярты быуат буйына бында капиталь ремонт эшләнмәгән булған. Төҙөкләндереү эштәренә республика бюджетынан 56 меңдән ашыу аҡса бүленгән. Бина яңы төҫ алған: уҡыу корпусы, оҫтаханалар ремонтланған, тәҙрәләр , бинаның ҡыйығы, коммуникациялар алмаштырылған, башҡа эске эштәр башҡарылған. Ятаҡта ла студенттарға бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында тегенселәр, ашнаҡсылар, электромонтерҙар, ағас эшкәртеү оҫталарын, водителдәр, трактористар әҙерләйҙәр.
– Буласаҡ хеҙмәт кешеләренә, үҙ ҡулдары менән еребеҙҙең ҡот-ырыҫын арттырасаҡ был егет-ҡыҙҙарға беҙ лайыҡлы уҡыу, йәшәү шарттары булдырырға тейешбеҙ. Йыл һайын урта һөнәри белем биреү учреждениелары базаларын модернизациялауға 500 млн һум аҡса бүләсәкбеҙ. Бөтә колледждар ҙа яңырыу кисерәсәк, – тип белдергәйне БР Башлығы Радий Хәбиров.