Хикмәтле хикәйәт
“Кемдәрҙер ултыртҡан, беҙ емештәрен ашайбыҙ...”
(һинд риүәйәте)
Халҡы, Ғәҙел, тип йөрөткән Ановширван батша бер мәл иле буйлап сәйәхәткә сыҡҡан.
Салт аяҙ бер көндө ул тау итәгендә тир түккән ҡартты күреп ҡала. Янына барһа, ни күрһен – ҡарт саҡ бөксәнләп йөрөп, бәләкәй генә ағас үҫентеләре ултырта, имеш.
Баҡһаң, бер йыллыҡ ҡына сәтләүек үҫентеләре, ти.
Батша аптыраған:
– Һуң, һин бик оло бит инде, был ағастарҙың япраҡ ярғанын да күрмәй ҡалыуың бар, күләгәһендә ултырып, сәтләүектәрен ашау мөмкинлегең тураһында әйтеп тә тормайым, – тигән ул.
– Анау бейек ағастарҙы күрәһегеҙҙер? Уларҙы ла бит ҡасандыр кемдер ултыртҡан, беҙ емештәрен ашайбыҙ. Мин дә киләсәк кешеләре сәтләүек ашаһын, тип тырышам, – тип яуаплаған ҡарт.
Шулай, һинән һуң нимәлер ҡалырға тейеш...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.