Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итәләр.
Алдынғы һыҙыҡта ҡатын хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара – февралдән июлгә тиклем ул медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса әҙерлек үткән.
«Ғүмер буйы заводта эшләнем. Ниндәйҙер бер мәлдә хәрби хеҙмәттәге беҙҙе һаҡлаусы егеттәргә ярҙам итергә барыу теләге тыуҙы. Кем булып, уныһы мөһим түгел, алһындар ғына. Ата-әсәйем, нисек кенә ауыр булһа ла, минең ҡарарымды хупланы», — ти ул.