Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2024, 04:00

Бүздәккә бәлеш байрамына килегеҙ!

10 августа Бүздәк районында    «Бәлешфест-2024» милли кухня фестивале үтә. Унда иң ҙур бәлеште тәмләп ҡарарға мөмкин.   

Бүздәккә бәлеш байрамына килегеҙ!Бүздәккә бәлеш байрамына килегеҙ!
Бүздәккә бәлеш байрамына килегеҙ!

 Был сара 2017 йылдан алып ойошторола һәм йылдан –йыл ҡатнашыусылар һаны арта бара.  Проекттың төп маҡсаты –  Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кухняһын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү. 

Фестивалдә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Шулай уҡ  күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. 

Программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы:  милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре,  оҫталар конкурсы, башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм Башҡортостанда йәшәүсе  башҡа халыҡтарҙың    аҙыҡтарын  күрһәтеү һәм  тәмләп ҡарау күҙаллана. Бынан тыш, төрлө конкурстар, ҡыҙыҡлы фотозоналар ҙа эшләйәсәк.

Йыр, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары менән уралып барған сара ысын миләләт-ара  байрамға әүереләсәк. 

 Иң ҡыҙығы – “Бәлешфест” фестиваленең иң ҙур бәлешен ҡырҡып, байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы һыйлау буласаҡ.

Фото:Башинформ. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас