Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2024, 08:15

Бәлә килгәндә беҙ бергә

Радий Хәбиров Курск өлкәһе халҡына унда булған фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Башлығы Курск өлкәһендә барған хәлдәрҙе Киев режимының провокацияһы тип атаны.

Бәлә килгәндә беҙ бергәБәлә килгәндә беҙ бергә
Бәлә килгәндә беҙ бергә

«Аҫтыртын дошман тыныс халыҡҡа, шул иҫәптән балаларға һөжүм итә. Бөтә Башҡортостан Курск халҡы менән бергә ҡайғыра. Һәләк булғандарҙың яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Яраланғандарға тиҙ арала һауығыу теләйбеҙ. Мөһим булған ярҙамды күрһәтергә әҙербеҙ. Бынан һигеҙ тиҫтә йыл элек олатайҙарыбыҙ еребеҙгә ҡан һәм емереклек килтергән гитлерсыларҙы тар-мар иткән. Ә хәҙер еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙеке буласаҡ!» — тип яҙҙы республика Башлығы.

Курск өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. 6 августа таңғы сәғәт 6-сы яртыла Украинаның ҡораллы көстәре өлкәгә һөжүм иткән.

Президент Владимир Путин ошоға бәйле ашығыс кәңәшмә үткәрҙе.

Фото: Телеграм-канал

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас