Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2024, 03:00

Ҡара ҡарағат бәлеше

Ошо рецепт менән дә бешереп ҡарағыҙ.

Ҡара ҡарағат бәлешеҠара ҡарағат бәлеше
Ҡара ҡарағат бәлеше

Кәрәк: өс йомортҡа, 200 г шәкәр, бер аҙ ванилин, тоҙ, 200 г ҡаймаҡ, 100 мл үҫемлек майы, 350 г он, бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, 400 г ҡара ҡарағат, 20 г крахмал.

Әҙерләү: йомортҡаларҙы шәкәр, тоҙ, ванилин менән бик яҡшылап туғырға. Ошо массаға ҡаймаҡ, үҫемлек майы һалып бутарға. Артабан он, ҡабартҡыс ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ хәленә ингәнсе бутарға. Ошо ҡамырҙың яртыһын майланған табаға һалырға. Ҡара ҡарағаттың яртыһын крахмал менән бутап ҡамырға һалырға, өҫтөнә ҡамыр йәйергә, ҡалған ҡарағат – бәлеш өҫтөнә һалыу өсөн. Уға шәкәр һибеп ҡуйырға. Хәйер, өҫтөн тулыһынса йәки сетка һымаҡ итеп ябып (һүрәттәгесә) эшләһәгеҙ ҙә була - үҙегеҙ теләгәнсә йәғни.

Бәлеш 180 градус эҫелектә 50 минут тирәһендә бешеп сыға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас