“Медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Коронавирсуҡа бәйле, ҡайһы бер төҙөлөштө бер йылға кисектерергә тура килде. Әммә мотлаҡ бөтә вәғәҙәләрҙе лә үтәргә тырышасаҡбыҙ”, – тип яҙғайны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. Бөгөн республика етәксеһе үҙ һүҙендә торҙо, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Был бигерәк тә ауылдарҙа яңынан-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуҙа күренә.
Әлеге ваҡытта республиканың фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре – Рәсәйҙә иң ҙурҙарының береһе. Һуңғы йылдарҙа уларҙы яңыртыу буйынса төбәктә бик ҙур эш башҡарылды. Әгәр ҙә 2010 – 2018 йылдарҙа Башҡортостанда бөтәһе 53 ФАП төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылһа, 2019 йылдан 2023 йылға тиклем уларҙың иҫәбе 350-гә яҡынлашҡан. Республикабыҙҙа яңы ФАП төҙөлөмәгән бер генә район да ҡалмағандыр. Һәр районда бер нисәшәр яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды. Баймаҡ районында ла бик күп фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Атап әйткәндә, Басай, Ғүмәр, Ишбирҙе, Йәрмәхәмәт Ҡолсора, Мерәҫ, Семеновск, Түбәнге Иҙрис, Ярат ауылдары халҡы яңы медицина пунктына эйә булып бик һөйөндө. Был – мин белгәндәре генә. Уларҙың бер нисәүһен асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе лә ҡатнашты.
Башҡортостандың XXI быуат фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм ауыл амбулаториялары – бөтә уңайлығы булған ыҡсым ғына заманса медицина үҙәктәре ул.
Мәҫәлән, Йәрмөхәмәт ауылында 2021 йылдың май байрамдары алдынан ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был пункт Башҡортостан Башлығы районға эш сәфәре барышында халыҡтың мөрәжәғәте буйынса төҙөлдө. Ауылдағы иҫке медицина учреждениеһы янған, ә күрше Ярат ауылына барыу өсөн 12 саҡрым юл үтергә кәрәк. Һәр ауыл өсөн үтә лә кәрәкле булған социаль объект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырылды.
Яңы төҙөлгән медицина учреждениеһында 35 йыл хеҙмәт стажы булған табип Гөлниса Ишҡыуатова эшләй.
— 1989 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлағас, ошо ауылға килгәйнем, шунан алып эшләйем. 2014 йылда ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты янып киткәс, иҫке генә бер өйгә күсеп эшләгәйнек. Ярат ауылында ФАП асыу тантанаһында беҙҙең ауыл депутаты “Башҡортостан Башлығына ауылға фельдшер пункты кәрәк, тип мөрәжәғәт иткәйне. Ҙур рәхмәт Радий Фәрит улына, беҙҙең үтенесте яуапһыҙ ҡалдырманы, тиҙ арала яңы модулле ФАП төҙөлдө. 2020 йылдың декабрендә төҙөй башлағайнылар, 2021 йылдың апрелендә апрелдә асып та ҡуйҙылар.
Әлбиттә, яңы-яңы инде, уны иҫкеһе менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел. Ҙур, йылы, яҡты, эш өсөн кәрәкле бөтә нәмәһе бар. Эшләүе күпкә еңелләште, тип әйтер инем. Йылы һыуы ағып тора, бина электр уты менән йылытыла. Элек бит иртүк килеп ут яғырға тура килә тине. Халыҡ та бик ҡәнәғәт. Ауылда 195 кеше, күбеһенсә ололар йәшәй. Тап уларға медицина ярҙамы һәр саҡ кәрәк. Киләләр, хәлдәрен белдереп, кәрәкле дауа алып ҡайталар.
Эшләй башлаған саҡта ауырыуҙарҙы ниндәй машина табаһың, шуның менән район үҙәгенә дауаханаға алып барырға тура килә торғайны, хәҙер “Ашығыс медицина ярҙамы” ла тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шуныһы рәхәт, киске сәғәт 6-нан һуң да “Ашығыс ярҙам” саҡыртабыҙ, – тип Гөлниса Хажиәхмәт ҡыҙы хәҙерге эшләү шарттарына һөйөнөп бөтә алмай.
Ғүмәр ауылында иһә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән түгел генә асылды. Ул 240 кешене, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге 49 баланы хеҙмәтләндерә. Унда ошо ауыл ҡыҙы – йәш фельдшер Азалия Әхмәтйәнова эшләй.
— Ауыл халҡы бик шат ошондай шәп фельдшер пункты асылыуына, республика етәкселегенә рәхмәт уҡып бөтә алмайҙар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлағас, беҙгә фельдшер кәрәк тигәс, мин Өфөлә 18-се дауаханала эшләп йөрөгән ерҙән ауылға ҡайттым.
Әлдә ҡайтҡанмын, бында эшләү шарттары яҡшы. Ҙур, иркен, 5 – 6 бүлмәнән торған ФАП. Элеккеһен иҫләйем, иҫке һәм бәләкәй генә була торғайны. Бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары ла юҡ ине. Бында иһә рәхәтләнеп эшләргә мөмкин. Өҫтәүенә, кешеләр ҙә һәйбәт, ошонда тыуып-үҫкәс, мин дә уларҙы яҡшы беләм, – тип һөйләй Башҡорт медицина колледжын тамамлаған йәш белгес.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.