Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2024, 08:00

Тағы ла шул ҡош-ҡорт...

Меңәрләп ҡырыла ла ҡуялар. Был юлы шәхси ферма зыян күргән.

Тағы ла шул ҡош-ҡорт...Тағы ла шул ҡош-ҡорт...
Тағы ла шул ҡош-ҡорт...

МЧС-тан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районының Мамяк ауылында фермер һарайында ут сыҡҡан. Баҡһаң, унда өс меңгә яҡын ҡош-ҡорт аҫралған. Кирбес бинаға төкәтмә итеп эшләнгән таҡта лапаҫ янған. Уттың нимәнән сыҡҡанын асыҡлайҙар.

Янғында, үкенескә күрә, сама менән мең баш (теүәл һанын иҫәпләйҙәр) ҡошто ҡотҡара алмағандар.

Фото: МЧС

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас