Тап ошондай һаҡланыу сараһын Учалы ҡалаһының Рудник, Бурансы һәм Көньяҡ микрорайондарында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үрә. Уларға ирекмәндәр йыйылдған урынды бер нисә тапҡыр алмаштырырға тура килә. Иң тәүҙә стадионда йыйылалар, һуңынан элекке кафеға күсәләр, артабан – икенсе мәктәпкә, хәҙер иһә улар 2-се ҡала китапханаһында был эш менән шөғөлләнә. Көн һәйбәт булғанда урамда уҡ селтәр үрәләр, үтеп барыусы һәр кем уларға ҡушыла ала.
– Үҙебеҙҙең ниәтебеҙҙе төрлө чаттарҙа еткерҙек. Фекерҙәштәр күп йыйылды. «Тыл хеҙмәткәре» тигән төркөм булдырҙыҡ. Артабана маскировкалау селтәре өсөн ҡайҙан материал алырға тип уйлаша башланыҡ. Иҫке футболкалар, футбол, волейбол, баскетбол селтәрҙәре эшкә китте, – тип һөйләй эште ойоштороусы Рәмилә Фәйрүзова. – Ошо ваҡыт эсендә 83 селтәр үрҙек һәм биш меңдән ашыу ҡоро душ эшләнек. Беҙҙең әҙерләгән әйберҙәрҙе отпускыға ҡайтҡан хәрбиҙәр йәки уларҙың ата-әсәләре ала. Теләүселәр ирекмәндәргә ҡушыла ала. Улар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем китапханала йыйыла.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.