Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2024, 11:30

Күркәм ихаталы йортта йәшәүе лә күңелле

«Башҡорт ихаталары»  программаһы буйынса Өфөнөң Дим районындағы ихаталар төҙөкләндерелде.  

Күркәм ихаталы йортта йәшәүе лә күңеллеКүркәм ихаталы йортта йәшәүе лә күңелле
Күркәм ихаталы йортта йәшәүе лә күңелле

Ошо көндәрҙә Ухтомский урамындағы 16-сы, Мусоргский урамындағы 23,25,25/1 йорт алдары яңырыу кисерҙе. Бында автомобилдәргә парковка өсөн урындар, тротуарҙар, балалар һәм спорт майҙансығы булдырылған, юлға махсус япма түшәлгән. Йорттарҙың фасады ла яңыртылып, ингән урындарҙы күркәмләндереп графитти яһалған.

«Подрядсы ойошмаға тиҙ һәм сифатлы эше өсөн рәхмәт. Хәҙер был матурлыҡты һаҡларға ғына кәрәк», – тип белдергән Өфө мэры Радмир Мәүлиев.

 

 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылған  «Башҡорт ихаталары» программаһы  күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, яндағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге программа БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала бишенсе йыл инде тормошҡа ашырыла. Төбәктә 1326 йорт алды төҙөкләндерелгән.

 – “Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы. Беҙ оҙаҡ йылдар бер нәмә лә эшләнмәгән ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Уны тормошҡа ашырыу барышында халыҡҡа хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар булдырыла, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы. Төп маҡсат – кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү, – тип белдергәйне төбәк Башлығы бер сығышында.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас