Синоптиктарҙың сираттағы фаразы: быйылғы август, дөйөм алғанда, температура “һикерештәре”нә бай буласаҡ. “Ауыр һәм тотороҡһоҙ” – шулай тип ҡылыҡһырлайҙар был айҙың ҡалған яртыһын.
Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд күҙаллауынса, илебеҙҙең Европа өлөшөндә ярайһы һыуытасаҡ. Эйе, ямғырҙар ҙа яуа әле. Бигерәк тә Рәсәйҙең үҙәгендә.
Башҡортостанда ямғыр әкренләп туҡтай, ахыры. Һәр хәлдә йәйсә эҫе булмаһа ла, 18 августан температура күтәрелә (уға тиклем уртаса +18 градус торасаҡ) башлай, яуым-төшөмһөҙ көндәр бар.
20-һенән һуң берәй аҙна +22, урыны менән +24 градус булыр, тиҙәр. Теүәл генә көн торошон алдан әлегә берәү ҙә әйтә алмай (Аллаһы Тәғәлә белә).
Фото: vk.com