Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2024, 07:00

Ынйы ҡабырсағында...

Баҡһаң, “ынйы ҡабырсағы принцибы” ла бар, имеш. Ниндәйерәк икән һуң ул?

Ынйы ҡабырсағында...Ынйы ҡабырсағында...
Ынйы ҡабырсағында...

Хикмәтле хикәйәт

Ынйы ҡабырсағында...

Ғәжәп инде был тормош. Уның әллә күпме ҡағиҙәһе, ҡануны, шарты, мөмкинлеге, уңайлығы, һынауы, уңайһыҙлығы, проблемаһы, талабы, принцибы бар. Йәшәйешебеҙҙең, көнитмешебеҙҙең сифаты һәм хәүефһеҙлеге үҙебеҙҙең холҡобоҙға, тырышлығыбыҙға, ынтылышыбыҙға, ҡарашыбыҙға, йүнәлешебеҙгә бәйле.

Баҡһаң, “ынйы ҡабырсағы принцибы” ла бар, имеш. Бына ҡабырсаҡҡа кескәй генә ҡом эләгә. Ул моллюсктың наҙлы һәм нәҙберек тәнен ҡуҙғыта, йәрәхәтләй башлай. Моллюск ҡомдо ҡармап ала, уны махсус бүленеп сыҡҡан перламутр (ҡабырсаҡ эсендәге органик матдә) менән һылай, һыйпай, ышҡый. Һөҙөмтәлә иҫ киткес һоҡланғыс ынйы барлыҡҡа килә...

Тормошта килеп тыуған ауырлыҡтарға беҙҙең эске донъябыҙға эләккән ҡом бөртөгө тип ҡарарға кәрәк икән. Уны беҙҙе гел йәрәхәтләп тороусы ҡаты ҡом көйө ҡалдырырғамы, моллюск кеүек ынйы яһарғамы – үҙебеҙҙән тора.

Күңел-йөрәгебеҙҙәге ҡом-таштарҙан – яҙмыш һынауы булған ауырлыҡтарҙан – күркәм ынйы яһау һәр кемдең көсөнән килһә ярай ҙа...

Бына һиңә ынйы ҡабырсағы, бына һиңә тормош принцибы!

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас