Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА 1954 йылдың 30 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын бала сағы үткән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында башлай. 1978 – 1987 йылдарҙа Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы мәктәптәрҙә белем бирә. 1987 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына эшкә саҡырыла. Балалар өсөн алты китап авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Профессор, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Ғүмер - йомғаҡ
Йөн сиратам...
Буш орсоғом
Өйөрөлмәй ыҙалата.
Ҙур йомғағым ғүмер ебен
Самалап ҡына тағата...
Ваҡыт үтә...
Йомғаҡ кәмей,
Эш тә китә күпкә ырап.
Бейеп торған орсоғома
Мин уйланып торам
ҡарап...
Ырғый-ырғый
Өйөрөлә...
Инде күп ҡалманы йомғаҡ,
Саҡ әйләнә ауыр орсоҡ,
Шулай инде
ваҡыт - йомаҡ...
Олоғая барған һайын
Көндәр ҙә тиҙерәк үтә..
Бейей орсоҡ...
Әйтерһең дә
Ғүмер йомғағын ул һүтә.
АТАЙ-ӘСӘЙГӘ РӘХМӘТ!
Уҡытыусы өйгә бөгөн
Мауыҡтырғыс эш биргән
–Исемең нимә белдерә? –
Һәр бала үтәп килгән!
– Мин тыуғас, атай ҡыуанып,
Исем ҡушҡан:“Ишбулды!
Нәҫелебеҙ дауам итер –
Улым миңә иш булды!”.
– Атай-әсәй миңә ҡушҡан
Иң матур исем – Гөлшат,
Булһын тип, баҙҙең ҡыҙыбыҙ
Көләс, бәхетле, гел шат!
– Әсәй әйтә: “Таңда тыуҙың,
Шуға, – ти, – һин – Таңһылыу.
Ҡояш менән бергә тыуғас,
Булырһың һин иң һылыу!”
– Миңә оҙаҡ-оҙаҡ һайлап
Ҡушҡандар исем – Илшат.
Yҫеп еткәс, хеҙмәтемдән
Булһын тип, бөтә ил шат.
– Бит осомда бер миңем бар,
Шуға мин бит Миңһылыу.
– Ә мин айлы төн ҡыҙымын,
Исемем дә Айһылыу!
Тағы ике Наҙлыгөл бар,
Икешәр Нур һәм Морат.
Ризамы улар исемдән,
Ҡарайыҡ әле һорап!
Ҡыҙҙар, малайҙар бик риза,
Шатланып һөйләп тора.
Шатланмаҫлыҡмы, исемдәр
Йыр кеүек көйләп тора:
– Шундай матур исем менән
Йәшәүе беҙгә рәхәт.
Йырлап торған исем өсөн
Атай-әсәйгә рәхмәт!
ҠУНАҠ САҠЫРҘЫМ
Иләп ваҡ ҡомдо,
Аҡбалсыҡ ҡушып,
Һыуға бутаным
Бик ныҡ тырышып.
Йомғаҡ яһағас,
Яҡшылап иҙеп,
Ҡояшҡа ҡуйҙым
Матурлап теҙеп.
“Аш” ҡайнап сыҡты,
Өлгөрҙө “сәйем”,
Артымдан ҡалмай
Йөрөй бесәйем.
Бик ғәжәпләнеп
Еҫкәй һыйымды,
Аңламай бесәй
Беҙҙең уйынды.
Килеп тә етер
Дуҫтарым хәҙер,
Рәхим итһендәр,
Табыным әҙер!