Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2024, 12:30

Салауат театры ялдан һуң эш башланы

Улар 92-се ижад миҙгелен өр-яңы спектакль - "Һөйөү көсө" драмаһы менән аса.  

Салауат театры ялдан һуң эш башланыСалауат театры ялдан һуң эш башланы
Салауат театры ялдан һуң эш башланы

Йәйге ялдар тамамланыу менән Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн ҡыҙыу эш башланды: режиссер Зиннур Сөләймәнов яңы спектаклгә тотондо. Драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Һөйөү көсө" тип аталған әҫәрендә Франциска исемле немец ҡыҙының башҡорт егете Сәйфетдингә булған мөхәббәте һүрәтләнә. Төрлө милләттән, диндән, тәрбиәнән һәм ҡатламдан булған һөйгәндәр иңенә ауыр һынауҙар төшә: аслыҡ, һуғыш, фәҡирлек һәм башҡалар. Был осраҡта хистәрҙе һаҡлап ҡалып буламы икән?

Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты ярҙамында ҡуйыла. 3 октябрь театр үҙенең 92-се ижад миҙгелен ошо премьера менән аса. Спектаклде музыкаль яҡтан Рәмис Хәкимов биҙәй, рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов.

 

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас