Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август 2024, 11:30

Баш ҡалаға арналған күргәҙмәгә килегеҙ

Башҡортостандың Милли музейында Рәиф Бадыҡовтың һәм Вячеслав Стрижевскийҙың “Өфө - 450. Халыҡ һәм ҡала” фотокүргәҙмәһе эшләй.   

Баш ҡалаға арналған күргәҙмәгә килегеҙБаш ҡалаға арналған күргәҙмәгә килегеҙ
Баш ҡалаға арналған күргәҙмәгә килегеҙ

Был - Өфө менән унда йәшәүселәр араһындағы бәйләнеште күрһәткән, үткәндәрҙең бөгөнгө менән бәйле булыуын сағылдырған  проект.

Рәиф Бадыҡов ижади эшмәкәрлеген ҙур тиражлы “Төҙөүсе тауышы” гәзите менән хеҙмәттәшлек итеүҙән башлаған. Артабан “Киске Өфө”, “Республика Башкортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләй. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы фоторәссамдарының береһе булараҡ билдәле. Вячеслав Стрижевский – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 20-нән ашыу фотокитап, утыҙ ғилми мәҡәлә авторы.

Күргәҙмә 8 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас