Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Августа 2024, 05:08

Ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙған сағы...

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса республика фермерҙары, эшҡыуарҙары ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индереүен дауам итә. Әбйәлилдән "Ирәндек" йәмғиәте лә - шундайҙар иҫәбендә.

Ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙған сағы...Ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙған сағы...
Ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙған сағы...
2008 йылда йәш эшҡыуарҙар Гүзәлиә һәм Рөстәм Мәхийәновтар "Ирәндек" ойошмаһы булдырып, йылҡы, һарыҡ аҫрай. Хәҙер улар - районда алдынғыларҙан һанала.
Бер аттан 110 баш бейәгә тиклем үрсеткәндәр. Йылына ҡарап, улар 300 - 400 тонна ҡымыҙ бешә.
Йылҡысы Рөстәм Мәхийәнов һөйләүенсә, тәүҙә ул дөйөм өйөрҙә бер аты булыуы тураһында хыялланған. Һуңғараҡ 13 баш малы булып киткән.
- Шулай итеп, үҙемдең шәхси "косяк" барлыҡҡа килде, - ти фермер. Улар тотош ғаилә менән тырышып эшләй, даими һатып алыусылары ла бар. Өфөнән, Магниттан да алалар.
2012 йылда Мәхийәновтар эдилбай тоҡомло һарыҡ аҫрай башлаған. Әле улар экренләп дорпер ит тоҡомона күсә.
Фото, сығанаҡ: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас