Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2024, 12:30

Райондың иң йәш депутаты

Башҡортостанда 2021 йылдың мартында "Атайсал" проекты старт алды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысын бик күптәр хуплап, күтәреп алды. Улар араһында Учалы районындағы иң йәш ауыл депутаты Илһам Хәйруллин да бар. Тыуған Сораман ауылы өсөн өҙөлөп торған 27 йәшлек инженер-геофизик иҫәбендә ошо көнгә тормошҡа ашырылған бер нисә проект.

Райондың иң йәш депутатыРайондың иң йәш депутаты
Райондың иң йәш депутаты

Башҡортостанда 2021 йылдың мартында "Атайсал" проекты старт алды. Был проект идеяһы тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған ауылы Ишембай районының Һайран ауылына барған саҡта әйтеп, һуңғараҡ журналистар менән осрашҡан сағында яҡташтарҙың тыуған яғына ярҙам итеүе буйынса йәмәғәт программаһын башларға планлаштырыуын белдерҙе:

– Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ. Күп эшҡыуарҙарҙың, бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеп торғанын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектын тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына.

Төбәк етәксеһенең башланғысын бик күптәр хуплап, күтәреп алды. Улар араһында Учалы районындағы иң йәш ауыл депутаты Илһам Хәйруллин да бар. Тыуған Сораман ауылы өсөн өҙөлөп торған 27 йәшлек инженер-геофизик иҫәбендә ошо көнгә тормошҡа ашырылған бер нисә проект. Эшлекле, аҡыллы, спорт һөйгән, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған Илһам Ансар улы менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырырға ниәтләп, әңгәмәне уның бала сағынан башланыҡ.

- Ниндәй бала булдың һин, Илһам? Нисек уҡының? Тәртип боҙоп йөрөмәнеңме?

- Ғаиләлә беҙ ике малай үҫтек. Ринат ағайым минән туғыҙ йәшкә олораҡ. Кесе бала булараҡ тыңлауһыҙыраҡ булдым инде. Ағайға минең арҡала йыш эләкте. Бала саҡтан үҙемдән ҙурыраҡ малайҙар менән уйнаным. Ағайҙар артынан ҡалышҡы килмәне. Беҙҙең ауылда мин үҫкәндә туҡтауһыҙ футбол уйнанылар. Көн һайын! Өлкән ағайҙарға, мине лә алығыҙ тип мыжып, уйнарға ирек бирмәй торғайным. Илап, тупты бирмәй, инәйгә (беҙ әсәйҙе инәй тибеҙ) ошаҡлап, барыбер үҙемдекенә өлгәшә торғайным. Шунан бирле туп тибергә яратам.

Уҡыуға килгәндә инде, яҡшы уҡыным. Уҡытыусылар ғаиләһенән булып, насар уҡымайһың инде. Үҙең өсөн генә түгел, ата-әсәйең өсөн дә тырышаһың. 9-сыла имтихан биргәнем һаман иҫтә. Комиссияла инәй ултыра, өҫтәмә һорауҙар бирә лә бирә. Яуап бирә алдым, шикелле. Етмәһә, рус теленән “дүртле” сығарҙы. Хәтер ҡалғайны ул ваҡытта. Хәҙер аңлайым, был минең өсөн шулай кәрәк булған. Атайға һәм инәйгә рәхмәтлемен – яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Ғүмерҙә лә ҡысҡырыу, кәмһетеү, туҡмау тигән нәмәләр булманы. Бала саҡтан бер миҫал: 1-се синыфта тәмәке тартып ҡараным һәм тотолдом. Мәктәп линейкаһына сығарҙылар. Ата-инәйем әрләү урынына, көнө буйы һөйләшмәнеләр. Ғәҙәттәгесә үҙ-ара аралаштылар, бергә ултырып ашай инек, тик минең менән һөйләшмәнеләр. Кискеһен түҙмәнем, аҡырып тороп бер илап, ғәфү үтендем дә, тәмәке тартманым шунан бирле. Психология!

- Һүҙ ҙә юҡ, Илһам, һинең ата-әсәйең абруй яулаған ихтирамлы кешеләр, ҙур хәрефтән Уҡытыусылар. Кеше балаларына ғына түгел, һеҙгә лә, үҙ улдарына, бик матур тәрбиә биргәндәр. Был йәһәттән һин ысын-ысындан бәхетле! Ә кемдәр менән дуҫлаштың, улар менән дуҫлыҡ һаманғаса дауам итәме? Дуҫтарҙа ниндәй сифаттар һинең өсөн иң мөһиме?

 - Ой, дуҫтар минең шәп инде! Улар тураһында оҙа-аҡ һөйләргә була. Мин уларҙы ике төркөмгә бүлер инем, һәр береһен хөрмәт итәм һәм яратам.

Беренселәре – бала саҡтан дуҫтар. Мәҫәлән, Рәмис Хужин – беҙҙең олатайҙар, һуңынан атайҙар дуҫ булды, хәҙер беҙ 3-сө быуын дуҫтар. Шулай уҡ Рушан Ҡәләмов, Радик Рафиҡов һәм Ринат Шәрипов. Хәҙер инде өйләнешеп, ғаиләләребеҙ менән дә дуҫлашабыҙ. Һәр беребеҙ төрлө тарафта булһаҡ та, тыуған көндәрҙә, һәр кемдең ҡыуаныслы яңылыҡтарын уртаҡлашырға бергә йыйылып торабыҙ. Башҡортостандың төрлө матур урындарында осрашыу матур йолаға әүрелде. Рушан һәм Розалия Ҡәләмовтарҙың малайы менән беҙҙең ҡыҙҙың араһында ярты йыл айырма. Күптәр уларҙы димләп бөттө инде. Шаяртышып, ҡоҙа һәм ҡоҙағый, тип өндәшәбеҙ бер-беребеҙгә. Ошо дуҫ егеттәргә оло рәхмәтемде белдерер инем. Улар ҙа, ауылыбыҙ, тип янып тора. Уларҙың ярҙамы менән төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, районда гөрләп 1 май үткәрелгән мини-футбол буйынса “Дуҫлыҡ кубогы” ярышы Радик Рафиҡовтың идеяһы һәм ярҙамы менән башланып китте. Төп идеяһы - район йәштәрен берләштереү (еңеүсе команда турнирҙы киләһе йыл үҙ ауылында үткәрә). Хәҙер ул турнир 10-сы йыл дауам итә. Ә үҙ ауылыбыҙҙа “Тиләү кубогы” ярышын ойошторҙоҡ. Ауылда кәрәк-яраҡтарға сбор иғлан ителһә, дуҫтарым беренселәрҙән булып аҡса ебәрә. Афариндар! Һөйгән йәрҙәре менән әүҙем тормош алып баралар. Балаларыбыҙ мотлаҡ башҡортса һөйләшәсәк, тип килештек.

Икенселәре менән дуҫлығыбыҙ Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт гимназия-интернатынан дауам итә. Бергә Башҡорт дәүләт университетын тамамланыҡ, Артур Саяпов һәм Илһам Фәҡиев менән бер бүлмәлә 4 йыл йәшәнек. Шулай уҡ ғаиләләр менән дуҫбыҙ. Барыбыҙ ҙа футбол уйнарға яратабыҙ. БДУ уйын майҙансығында береһенә лә һыр бирмәнек. Ситтән килгән ҡаҙаҡ, Колумбия егеттәрен дә пыр туҙҙыра инек, әй. Хәтәр саҡтар! Алик Мортазин, Ғәфүр Мөхәмәтов дуҫ менән “РайКом” КВН командаһы составында ҡатнашып, Өфөнөң һәр сәхнәһен дер һелкеттек, Учалы районының данын күтәрҙек.

Дуҫтарҙа минең өсөн иң мөһим сифаттар – ул тоғролоҡ һәм аңлашып, бер-береңде тыңлай белеү, кешелекле булып ҡалыу.

- Бар яҡлап таяныс булған яҡындарың, дуҫтарың менән көслө һин, Илһам. Тыуған ереңә ныҡ бәйле булыуың да көс-дәрт өҫтәмәй ҡалмайҙыр...

- Әлбиттә! Ауылда тыуып-үҫтем. Нисек тыуған Сораман ауылымды яратмаҫҡа? Бәләкәй саҡта мине “Йәштәр урамы малайы” тип атанылар. Ысынлап та, һәр күршегә оялмайынса инеп, хәлдәрен белешеп сыға торғайным. Көнө буйы уларҙа йөрөй алдым. Хәҙер ҙә ауылға ҡайтһам, күршеләргә, туғандарға инеп, хәлдәрен белеп сығабыҙ.

- Көн оҙонона туп тибеп, иркенлектә уйнап үҫкән ябай ауыл малайы кем булырға хыялланды?

- Үәт, иҫләмәйем кем булырға хыялланғанымды... Төрлө ваҡытта төрлөсә булды. 8-9-сы синыфтарҙа былайыраҡ тип уйлағаным хәтерҙә: “Атай-инәй уҡытыусы, уларҙың эше өсөн йүнләп түләнмәй, бейергә яратһам да, минән бейеүсе сыҡмаясаҡ, шуға техник белем алыр кәрәк, ни булһа ла эш буласаҡ, карьера баҫҡысы буйынса үрмәләргә мөмкин...” Әллә атай мәктәп директоры булып, бала саҡтан уның менән гел бергә йөрөгәс, етәксе булғым килде. Әле лә ул уй бар. Тик бының өсөн әле эшләргә лә эшләргә.

Йәмғиәт эшен яратыуым депутатлыҡҡа этәрҙе. Мәктәптең һәр сараһында ҡатнаштым, студент йылдарында ла туҡтап ҡалманым. Беренсе курстан уҡ “Учалы йәштәре берлегенең” активына индем. 2-се курста йәш яҡташтар ойошмаһының рәйесе итеп һайланылар. Рәйес булараҡ, үҙемә маҡсат итеп, ярыштарҙа, конкурстарҙа Учалы йәштәре берлеген беренселәр рәтенә сығарыуҙы ҡуйҙым. Баскетбол, футбол, төрлө квестарҙа призлы урындарҙы яуланыҡ. “РайКом” КВН командаһы менән Башҡорт асыҡ КВН лигаһында сығыш яһап, фестиваль асышы, лиганың вице-чемпионы булдыҡ (ысынында иһә еңергә тейеш инек). БДУ-ны уҡып бөткәс, Учалыға ҡайттым бит инде. Йәмғиәт эшен ташлағым килмәне, шулай уҡ хыялым тыуҙы - “бәлки, хакимиәткә эшкә инермен, киләсәктә район башлығы булырмын”. Ә хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн нимәнәндер башлар кәрәк ине. 2023 йыл ауыл советына депутаттар һайлауы үтәсәген белгәс, үҙ көсөмдө һынарға булдым. Һәм һынауҙы уңышлы үттем. Ауылдаштарға ышаныстары өсөн рәхмәт!

Аллаға шөкөр, эш яйлап ҡына алға бара. Ауылыбыҙҙа ике йыл рәттән Учалы районы ауылдары өсөн мини-футбол буйынса “Тиләү кубогы”н үткәрәбеҙ. Быйыл да, әлбиттә, үткәрергә, тигән маҡсат ҡуйылған. Ярыш кимәлен тағы ла күтәрергә хыял бар. Бәлки, йәштәр өсөн уҡ атыу ярышын үткәрергә, тип уйлайбыҙ. “Тиләү кубогы” сиктәрендә мәктәптәр араһында һабантуй үткәреү хыялы менән янам. Район хакимиәте менән был идея буйынса һөйләшергә кәрәк буласаҡ. Минеңсә, ауыл мәктәптәре өсөн спорт ярыштары етмәй.

Әле махсус хәрби операция бара. Хәлдән килгәнсә егеттәребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ауыл халҡы менән кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйып, гуманитар ярҙам ебәрҙек. Ауылыбыҙҙың апайҙарына рәхмәтлемен. Улар һәр ваҡыт йыйылышып йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләй, шәмдәр яһай. Ҡоротона тиклем эшләп ебәрәләр. Рәсәй ауыл халҡы менән көслө. Шуға ла ауылдарҙы һаҡларға, бөтөрмәҫкә кәрәк! Алла бирһә, егеттәр иҫән-һау, еңеү менән ҡайтып етһендәр!

Быйыл Сораман мәктәбенең 95 йыллыҡ юбилейын үткәреп ебәрҙек. Үкенескә, балалар һаны етмәү сәбәпле, мәктәп ябылды. Мәктәп ябылһа ла, спорт залын ауыл өсөн алып ҡалырға тырышабыҙ. Әле ремонтҡа тип аҡса йыйылды. Юридик яҡтан спортзал бинаһын ауыл советына күсереп рәсмиләштергәс, ремонтты башлаясаҡбыҙ. Район башлығы йылытыу мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙә итте. Беҙ йыйылған аҡсаға ағас тәҙрәләрен, ишеген алыштырырға уйлайбыҙ. Был “Атайсал” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Ошо проекта беҙҙе күреп, ситтә йөрөүсе йәштәр, яҡташтар тыуған ере тормошонда әүҙемерәк ҡатнашыр, үҙебеҙҙекеләр өсөн генә түгел, ҡалған ауылдыҡылар өсөн дә өлгө булырбыҙ, тип өмөтләнәм.

Бая әйтеп үтеүемсә, ауылыбыҙ “ҡартая”. Ҡалай ҙа ауылдаштарҙы бәхетле ҡартлыҡ менән тәьмин итергә ине. Ауыл халҡы модулле ФАП, газ тураһында хыяллана. Ошо турала ҡултамғалар йыйып, хатты хакимиәткә тапшырҙыҡ. 2026 йылда Сораманда яңы фельдшер-акушер пункты буласаҡ, тип ышандырҙылар. Ошо эште аҙағына еткерергә кәрәк. Газ темаһына килгәндә. Район картаһын ҡараһаң, күрше ауылдарға газ үтеп бөттө. Уртаһында Сораман менән Көсөк ауылы халҡы газһыҙ тороп ҡалды. Күңелде өйкәп тора шул хәл...

Ҡыҫҡаһы, эшләйһе эштәр, хәл итәһе проблемалар байтаҡ.

- Төрлө идеялар менән янаһың, эш уртаһында ҡайнайһың. Тимәк, һин үҙ юлыңды, тәғәйенләнешеңде тапҡанһың?

- Үҙ юлым – ышаныслы ир, өлгө алырлыҡ атай булыу. Киләсәк быуын, минең йәштәштәр минән үрнәк алыр, тип ышанам. Башҡорт теленең, Башҡортостандың сәскә атыуын теләйем. Ауылдарҙан йәштәр ҡалаға күсеп китһә лә, тыуған яҡҡа юлды һыуытмай, ярҙам итеп торһондар ине.

Һәм иң ҙур теләгем - башҡорт ғаиләләре күберәк булһын, балалар шартлатып башҡортса һөйләшһендәр. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр тәнҡитләргә ярата, ә үҙҙәре, балалары матур итеп башҡортса һөйләшмәйҙәр. Тыуған телемде үҫтереү минең өсөн бик мөһим.

- Һәр изге теләгең фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килһен, Илһам!

- Рәхмәт! Бөгөн, әңгәмә барышында, тормошомдо ҡабаттан байҡаным... Мин - бәхетле, тим. Бала сағым тыныс үтте, студент йылдарым күңелле булды. Тормош юлымда тик яҡшы кешеләр осраны, шәп дуҫтар, хеҙмәттәштәр, туғандар менән баймын. Ата-инәйем, ағайым бар яҡлап миңә яҡшы өлгө. Һәр кешенән ыңғай сифаттарын алырға тырышам. Учалыға ҡайтҡанға бер ҙә үкенмәйем. Өфөлә студенттар менән осрашыуҙа район башлығы Руслан Ғиләзетдиновтың: “Учалы – йәш ғаиләләр өсөн ҡала” тигән һүҙҙәре менән килешәм. Учалы балалар үҫтереү өсөн бик уңайлы, гүзәл ҡала.

Иң ҙур бәхетем – ғаиләм. БДУ-ны уҡып бөтөр саҡта Баймаҡ һылыуы Илүзәм менән таныштым. Әлеге көндә Илзирә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Уға 2 йәш тулды. Кәләшемдән ныҡ уңдым! Һәр идеяны, хыялымды еренә еткереп эшләргә ярҙам итеп тора. Ҡайһы ваҡыт ҡул һелтәге килгәндә, бирешмә, һин булдыраһың, тип ярҙамлашып, этәреп ебәрә, илһамландыра, көс бирә. “Рәхмәт һиңә, Илүзә! Аңлағаның өсөн рәхмәт!” – тим уға! Ғөмүмән, яҙмышыма, яҡындарыма, дуҫтарыма рәхмәтлемен.

Буш һүҙҙәр менән түгел, реаль эштәр менән йәшәйеште яҡшыртҡан, тормошто йәмләгән Илһам Хәйруллин кеүек яҡташтарыбыҙ тарафынан “Атайсал”да 23 100 проект тормошҡа ашырылған. Был оло еңеү ул!

Фото: И.Хәйруллиндың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас