Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2024, 13:00

Муттар ҡатынға үлергә ҡушҡан...

Мутлашыусылар бер кемде лә аямай, тамсы ла йәлләмәй. Өфөнән 55 йәшлек ҡатын, нефть-газ предприятиеһы инженеры, улар менән аралашҡандан һуң бурысҡа батып, мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. 

Муттар ҡатынға үлергә ҡушҡан...Муттар ҡатынға үлергә ҡушҡан...
Муттар ҡатынға үлергә ҡушҡан...

Аферистар ҡатынды экстремистарҙы финанслауҙа ғәйепләп, ныҡ ҡурҡытҡан. Мутлашыусылар йоғонтоһонда инженер 1,6 миллион һум кредиттар алып, "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсергән.

Ләкин оятһыҙ әҙәмдәр уны тыныслыҡта ҡалдырмаған.  

Яуыздар, унан артабан башҡа бер ни ҙә алып булмағанын аңлағас, әшәкелеккә төшкән: ҡатынға фатирҙы эстән бикләп, газды асырға һәм телефонын һүндерергә ҡушҡан.

Әлдә ҡыҙы ҡат-ҡат шылтыратып та, әсәһе телефонды алмағас, фатирға инеү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын саҡыра.

Ҡатынды ҡотҡарып өлгөргәндәр.

Башҡаларҙың йоғонтоһона тиҙ бирелгән яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ - ят номерҙарҙы алмаһындар, билдәһеҙ әҙәмдәр менән аралашмаһындар!

Барығыҙ ҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас