Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә М-5 "Урал" автомобиль юлының 1485-се саҡрымында, Һамар ҡалаһы яғынан Силәбе ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән "Мерседес" йөк автомобиле водителе ыңғай хәрәкәт иткән трактор менән бәрелешә, ә трактор үҙ сиратында "Джили" автомобиленә бәрелә. Еңел автомобиль бәрелеүҙән кюветҡа ауҙарыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә трактор водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй, ваҡиғаның бөтә сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ДАИ.