Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2024, 16:30

Башҡортостан театры Мәскәүҙә сығыш яһай

Илдең баш ҡалаһында “Горький +” фестивале үтә.  

Башҡортостан театры Мәскәүҙә сығыш яһайБашҡортостан театры Мәскәүҙә сығыш яһай
Башҡортостан театры Мәскәүҙә сығыш яһай

Унда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡатнаша һәм “Атай” спектакле (режиссеры – Денис Хөснийәров) менән сығыш яһаясаҡ. Тамаша 9 августа Мәскәү йәштәр театрының Ҙур сәхнәһендә күрһәтелә.

Фестиваль 8 августан 11 авгусҡа тиклем илдең баш ҡалаһында үтә һәм унда төрлө төбәктәрҙән Максим Горький әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр күрһәтелә. Милли йәштәр театры тәҡдим итәсәк “Атай” ғаилә драмаһы Максим Горькийҙың 1908 йылда яҙылған “Һуңғылар” пьесаһы буйынса ҡуйылған. Премьера 2022 йылдың 17 декабрендә үтте.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас