Гөлнур ТРОФИМОВА 1977 йылдың 25 февралендә Ҡамай ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. Әлеге ваҡытта Иҫке Әзмей мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. “Йыл уҡытыусыһы – 2022” конкурсы еңеүсеһе.
Тыуған ерем
Болононда –
Ҡанаттарын елпеп-елпеп
Уйнап оса күбәләктәр.
Күбәләктәргә ҡыуанып
Тирбәлә гөл-сәскәләр.
Урманында
Көнө буйы бер туҡтамай
Һайрап тора ҡоштары.
Әкрен иҫкән талғын елдә
Шаулаша ағастары.
Күк йөҙөндә –
Һәр көндө бөтә йыһанға
Нурын һибеп ҡояш көлә.
Төндәрендә йондоҙҙарҙы
Ҡоса-ҡоса ай йөҙә.
Шишмәһендә –
Татлы һыуы бер туҡтамай
Селтер-селтер ағып тора.
Барса халыҡ һыуын эсеп
Йән-тәненә шифа ала.
Ошоларҙың барһын бергә
Йыя бит тыуған ерем.
Тыуған ерем, Тыуған илем –
Һин минең берҙән-берем.
Яҙ