Фәүил ҒАБДУЛЛИН 1969 йылдың 26 ноябрендә Иҫке Ҡатай ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Ҡаҙансы ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Мәғариф отличнигы, 20 йыл директор вазифаһында эшләй.
Ҡатай
(Йыр)
Кирәмәт тауҙары бейек,
Бейек һәм дә ҡаялы.
Тыуып үҫкән яҡтарыма
Тағын бер ҡайтам әле.
Йәмле Маты буйҙарында
Үтте минең бала саҡ.
Ул ваҡыттар күңелемдә
Мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Сит ерҙәрҙә йөрөһәм дә
Онотмайым бер ҡасан
Хәйҙәр юлын, Турайын да
Иҫкә төшөрәм һаман.
Ҡушымта:
Эх, Ҡатай,
Тыуған ауылым һауаһы!
Шишмәләрҙең һыуын эсһәм
Була йөрәк дауаһы.
Бәхет теләйем
(йыр)
Ысын күңелдән ҡотлайым
Бөгөнгө туй көнөндә:
Татыу бәхетле йәшәгеҙ
Бергә ғүмер-ғүмергә.
Осорамаһын юлығыҙҙа
Һис ҡасан да кәрәтәләр.
Шатлыҡ ҡына теләп тыуһын
Һеҙгә матур иртәләр.
Ҡайғының ҡара шәлдәре
Тирбәлмәһен елдәрҙә.
Бәхет һәр саҡ юлдаш булһын
Һеҙ бараһы ерҙәргә.
Ҡушымта:
Саф мөхәббәт теләйем
Ҡәҙерле туғандарым.
Айырмаһын һеҙҙе яҙмыш –
Шул минең юрағаным.