Былтыр Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт халҡы тормошонда аттың мөһим урын биләүен билдәләгәйне. “ Бөтә тарих дауамында ат - башҡорттарҙың ышаныслы һәм тоғро дуҫы булған. Башҡорттар ат менән Парижға һәм Берлинғаса барып еткән. Әле лә ул беҙҙең менән”, – тигәйне.
Радий Фәрит улы фекеренсә, йылҡысылыҡ – Башҡортостан өсөн милли традиция ғына түгел, ә иҡтисадтың мөһим өлөшө лә булып тора. Ошонан сығып, һуңғы йылдарҙа республикала йылҡысылыҡты үҫтереүгә, йылҡы итенән, һөтөнән күпләп аҙыҡ-түлек етештереп, һатыуға сығарыуҙы яйға һалыу буйынса күп эш башҡарылды.
3 августа Өфө ҡалаһында “Аҡбуҙат” ипподромында үткән ҡымыҙ фестивале – тап ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән эштәрҙең береһе. Тәүге тапҡыр ул Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә ойошторолғайны.
Сарала ҡатнашыусыларҙы БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Ветеринария буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин, БР “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин сәләмләне.
Ҡымыҙ етештереүселәрҙең XVIII республика конкурсында 13 райондан 18 эшҡыуар ҡатнашты. Улар халыҡҡа үҙҙәре етештергән эсемлекте тәҡдим итте. Бында Архангель, Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен, Карснокама, Хәйбулла, Әлшәй, Учалы райондарының ҡымыҙҙарын тәмләп ҡарау мөмкинлеге булды. Һәр береһенең үҙ тәме: берәүҙәре сөсөрәк, ҡайһыһылыр әсерәк. Мәҫәлән, учалылар тәҡдим иткән ыҫланған ҡымыҙ ҙа бик тәмле ине, ә хәйбуллаларҙың ҡымыҙының тәме үҙенә бер башҡа. Юҡҡа ғына далала ҡылған ашап йөрөгән йылҡының ҡымыҙы тәмле була, тимәйҙәр икән. Сарала ҡатнашыусы һәр кем тәүҙә ҡымыҙҙы тәмләп ҡараны, һуңынан ғына үҙенә оҡшағанын һатып алды. Ололар ғына түгел, балалар ҙа был шифалы эсемлекте бик яратып эсте.
Әйәлил районы Ҡушый ауылынан Ильяс Һибәтов былтыр “Башҡорт аты” фестивалендә үткән республика ҡымыҙ етештереүселәр конкурсында чемпион исеменә лайыҡ булған. Уларҙың ҡымыҙы жюри ағзалары тарафынан күпселек тауыш менән “Иң яҡшы ҡымыҙ” тип баһаланған.
—100-ҙән ашыу йылҡы малым бар, һыйырҙар ҙа аҫрайым. Йылҡысылыҡ менән элек-электән шөғөлләнәбеҙ, атайым менән әсәйем борондан уҡ йылҡы тоттто. Мин әле уларҙың эшен дауам итәм. Хәҙерге ваҡытта эшләүе еңел тип әйтеп булмай. Иң төп проблемаларҙың береһе – эшселәр етмәй. Үҙ көсөбөҙ менән эшләп киләбеҙ, кәләшем һауа, бергәләп һатабыҙ. 2019 йылда эре малды үрсетеүгә грант алғайныҡ. Файҙаһы ҙур булды, шул аҡсаға техника һатып алдыҡ, малдың һанын арттырҙыҡ, – тип һөйләй ул үҙенең кәсебе хаҡында.
Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан ун йыл йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Сәжидә Шәрипованың исеме күптәргә яҡшы таныш. Ул республикала ойошторолған ҡымыҙ фестивалдәрендә ҡатнашмай ҡалмай.
— Былтыр Баймаҡта үткән “Башҡорт аты” фестиваленә барып, ҡымыҙ фестивалендә ҡатнашып ҡайттыҡ. Бик оҡшаны. Бөгөн дә ҙур теләк менән Өфөгә килдек. Бындай фестивалдәр етештергән аҙыҡ-түлекте халыҡҡа таратыу мөмкинлеген киңәйтә, республикабыҙҙа ҡымыҙсылыҡты үҫтереүгә этәргес бирә, – ти Сажидә Шәфҡәт ҡыҙы.
Хәйбулла районынан килгән Нур Күсәрбаевтың йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүенә алты йыл.
— Эш бара, һауынсым, көтөүсем бар. 20-ләп бейә һауабыҙ. Кәсебебеҙҙең файҙаһы юҡ, тип әйтеп булмай, ҡымыҙҙы өйҙән килеп алып китеп торалар, – ти ул.
Краснокама районының Яңы Нуғай ауылынан Эльвира менән Салауат Хәмиҙуллиндар ғаиләһенең хужалығында 100-ҙән артыҡ йылҡы малы бар.
— Ирем күптән йылҡы үрсетеү тураһында хыяллана ине. 2019 йылда йөрьәт итеп башлап ебәрҙек. Хөкүмәтебеҙҙән да ярҙам булды, грант алдыҡ. Ошо грантҡа йылҡылар һатып алдыҡ. Тырышһаң, эшләргә була. Краснокама районында беҙҙән башҡа ҡымыҙ етештереүселәр юҡ, – тип һөйләй Эльвира Хәмиҙуллина. Уларға ҡыҙҙары Лилиә лә бик ихлас ярҙам итә.
Беҙҙең районда ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ике предприятие бар. Улар – шәхси эшҡыуар Борис Миҙхәт улы Ғөзәйеровтың хужалығы менән “Һөт шишмәһе” ауыл хужалығы кооперативы. Улар күптән түгел эшләй башланы һәм уңышлы ғына эшләйҙәр, дәүләт ярҙамы ла алдылар. Бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Фестивалгә улар етештергән “Тарпан” ҡымыҙын һәм “Тирәкле” эсемлеген алып килдек, – тип һөйләй Архангел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин.
Күгәрсен районынан “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республикабыҙҙа йылҡысылыҡ буйынса иң ҙур предприятиеларҙың береһелер.
— Беҙҙең предприятие 20 йылдан ашыу эшләп килә. Уның директоры – Данил Урал улы Дәминдәров. Хужалыҡта 300 баш йылҡы бар. Ҡымыҙҙы районда, шулай уҡ күрше Мәләүез районына, Ырымбур өлкәһенә сығарып һатабыҙ. Быйыл эшкә көн торошо бер аҙ ҡамасаулыҡ итте, – тип һөйләй предприятиеның баш зоотехнигы Марсель Талипов.
Фестивалдә ҡатнашыусылар ҡымыҙ тәмләп кенә ҡалманы, ә ат ярыштарын, йырсыларҙың сығыштарын тамаша ҡылды, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Ҡыҫҡаһы, август айының был шәмбеһен улар файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрҙе.
Фото:Автор фотолары.