Люция ШӘРТДИНОВА 1967 йылдың 22 авгусында Бүлҡайпан ауылында тыуған. 2-се Өфө педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 37 йыл педагогик стажға эйә. Төрлө йылда Йосоп, Ҡальтәү, 1-се Үрге Тәтешле мәктәптәрендә эшләй. Әлеге ваҡытта хеҙмәт юлын райондың “Тәтешле хәбәрҙәре”гәзите редакцияһында дауам итә.
Төштәремә һөйөнөп ин әле
Япраҡ буранында баҫып торам,
Шаян елдәр менән серләшеп.
Хәтеремдә, икәү тороуыбыҙ
Битебеҙҙе биткә терәшеп.
Ел уйната алтын тәңкәләрҙе
Өйрөлтөп, ҡара, күр әле.
Үбеп алдым һине иренеңдән,
Күҙҙәреңә ҡарап, үрелеп....
Һары япраҡтар ҙа һөйөнөштө –
Һин бәхетле инең, бәхетле!
Ҡуйы керфекләрең бейештеләр,
Йәнгә рәхәт ине шул хәтле!
Һары япраҡ кеүек һарғайҙы шул
Йөрәгемдең өмөт гөлдәре.
Елдәр шул уҡ, һин генә юҡ, бушлыҡ,
Төштәремә һөйөнөп ин әле...
Ҡаҙ өмәһе
Ҡаҙ өмәһе бөгөн ауылымда,
Төтөнө лә йыуан торбаның.
Уҫал һыуыҡ хатта йоҡомһорай
Икмәк еҫтәренә уралып.
Ҡаҙҙар инде көр һәм туҡтар
(Хужабикә тырыш, уңған шул!).
Ҡанаттарын ҡағып ҡаңғылдаша,
Рәхәтлектән... Әллә хушлашыу.
Көҙөн ҡаҙ өмәһе үткәреүҙәр
Боронғонан ҡалған йола ул.
Тик йән ҡаршы килә —
Йәл бит ҡаҙҙар —
Ҡабул итмәй, илап тора ул...
Ҡыр ҡаҙҙары
Йылы яҡҡа китә ҡыр ҡаҙҙары.
Тыуған ерҙән китеү ауыр шул —
Үҙәк өҙгөс әрнеү тауыштары
Болоттарға урай һағышын.
Һаубуллашыу ауаздары һыҡрай,
Һалҡын көҙгә ҡуна тауышы.
Ҡыр ҡаҙҙарын йәлләп ел дә илай —
Хәйерле юл теләп ҡалышы.
Ҡаҙҙың күңелендә зәңгәр яҙҙа
Тыуған яҡтың ҡаршы алышы...
...Һоро шәлле әсәнең дә улын
Ҡош юлынан оҙатып барышы...