Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2024, 06:15

"Һөт кухняһы" — күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам

2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировың башланғысы менән республикала   льготалы категорияға ҡараған ауырлы ҡатындарҙы, бала имеҙеүсе әсәләрҙе, өс йәшкә тиклемге балаларҙы махсуслаштырылған туҡланыу аҙыҡтары менән бушлай тәьмин итеүсе  программа  эшләй. Был программа эшләй башлағандан алып, 5 йыл эсендә  100 меңдән ашыу кеше “һөт кухня”һынан бушлай туҡланыу аҙыҡтары менән файҙаланды.

"Һөт кухняһы" —  күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам"Һөт кухняһы" —  күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам
"Һөт кухняһы" — күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам

  Бөгөн Башҡортостандың “Һөт кухняһы” – Рәсәйҙең иң ҙур селтәрҙәренең береһе. Уға заманса юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған ете етештереү майҙаны инә. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан.

 Программа эшләй башлағандан алып, 5 йылда эсендә 100 меңдән ашыу кеше  бушлай туҡланыу аҙыҡтары менән файҙаланды. Әлеге көндә Башҡортостанда йәшәүсе 23648   кеше, шул иҫәптән 382 ауырлы ҡатын, 452 бала имеҙеүсе әсә, 21999 өс йәшкә тиклемге бала, 815 махсус хәрбиә операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаһы, бушлай һөт аҙыҡтары ала.  2023 йылда бындай хоҡуҡ менән  32462 кеше файҙаланған.

Үткән йылда бындай үҙәктәрҙә   бер миллиондан ашау һөт аҙығы етештерелгән һәм  таратылған, шул иҫәптән 400 мең порция һөт, 500 мең йогурт, 100 мең порция эремсек.

Сибай ҡалаһында “Һөт кухняһы” бүлексәһе 2020 йылдың 4 мартында эшләй башлай. Әлеге көндә ул аҙнаһына 12 тонна һөттө эшкәртеүсе етештереү үҙәге һәм республиканың көньяғын һөт аҙыҡтары менән бушлай тәьмин итеү   пункттары селтәре. Атап әйткәндә, Сибай ҡалаһын, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла  райондарын хеҙмәтләндерә.

Баймаҡ районында Сибай “Һөт кухняһы” бүлексәһенең бер таратыу пункты урынлашҡан.  Әлеге көндә районда 667 кеше бушлай һөт аҙығы алыу хоҡуғы менән файҙалана. Улар араһында – 21 ауырлы ҡатын, 18 бала имеҙеүсе әсә һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән 628 бала.  Шулай махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенән 11 балаға ла һөт аҙыҡтары бушлай бирелә.

 Тәмле лә, сифатлы ла  «Һөт кухняһы» аҙыҡтары күп ғаиләләрҙең яратҡан туҡланыу ризығына әүерелгән.

— Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаилә булараҡ, “Һөт кухняһы”нда етештерелгән аҙыҡ-түлек менән файҙаланабыҙ. Һөт аҙыҡтары бик сифатлы һәм тәмле.  Балалар йогурттарын, эремсектәрен   ярата, һөтөн күберәк бутҡа бешереүгә файҙаланам.  Ошондай программаның эшләүе беҙҙең кеүек ғаиләләргә ҙур ярҙам булып тора, – ти биш бала тәрбиәләүсе Алһыу.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас