Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов 1955 йылдың 20 февралендә Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Тыуған районында байтаҡ йылдар эшләгәс, Сибай ҡалаһына күсә. «Ирәндек» лицейында уҡытыу менән бер рәттән Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй. 2010 йылдан «Атайсал» гәзитенең директоры (баш мөхәррире).
Хәйҙәр Тапаҡов — 20-нән ашыу повесть, 100-ҙән ашыу төрлө күләмдәге хикәйә, алты йыйынтыҡ авторы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы. Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты.