+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2024, 16:00
Туҡтамаҫтан яуа был ямғырҙар
Туҡтамаҫтан яуа был ямғырҙар Хаттин ашты күгем бүләге. Бәрәкәтме, әллә ғәрәсәтме - Бер Аллаһҡа ғына билдәле. Ер туйынды, хатта ғар(ы)ҡ булды, Йылға сәсәп, ярҙан түгелде. Һыу аҫтында ҡалды баҫыу-ҡырҙар, Ихаталар һыуға күмелде. Емеш-еләк дымға бүртенешеп, Баш ҡалҡытмай, ергә ҡойолдо. Гөл-сәскәләр йәйҙән йылы көтөп, Тажын асмай эскә йомолдо. Сыр-сыу килмәй хәҙер йылға буйы, Балалар ҙа өйгә бикләнде. Ана тағын ҡара болот килә Көтөп тормай үлән кипкәнде. Был һуң ни ғәләмәт булды тиеп, Уфтанма һин, кешем, сабыр бул. Бөтә ғаләм Аллаһ әмерендә Бәлки яза, бәлки һынау был. Тәбиғәткә ҡаршы барып булмай. Беҙҙең ҡорал ныҡлы иманда. Именлек һәм бәрәкәттәр һорап, Булайыҡсы көн дә доғала. Динара Ҡотлобаева
Туҡтамаҫтан яуа был ямғырҙар
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"