Хикмәтле хикәйәт
Ҡиммәтле бүләк
Бер атай бәләкәс ҡыҙын алтын ялатылған төргәк бауын бушҡа тотонғаны өсөн әрләгән. Ҡыҙыҡай ниндәйҙер ҡумтаны бәйләп маташҡан икән. Аҡса юғыраҡ ваҡыт, ә бала ҡиммәтле бауҙы теләһә нимәгә файҙалана. Атай кеше шуға көйгән дә.
Икенсе көнөнә иртән ҡыҙыҡай атаһына ҡумтаһын тотторған:
– Атай, был һиңә! Минең бүләгем!
Ир ҡумтаны асып ҡараһа, ул буш, имеш.
– Бүләк биргәндә ҡумтаға нимәлер һалалар бит. Һинекендә бер нәмә лә юҡ, – тигән ул ҡыҙына.
Бала үпкәләгәндәй итеп, атаһына мөлдөрәп ҡараған:
– Юҡ, ул буш түгел. Мин ҡумтаны кү-үүп үпәс менән тултырҙым. Улар һинеке!
Ир аптырауҙан теҙләнгән һәм ҡыҙын ҡосаҡлап, ғәфү үтенгән. Шунан бирле ул ҡумтаны һаҡлаған, иң ҡәҙерле бүләк итеп янында ғына тотҡан. Ниндәйҙер уңышһыҙлыҡҡа осрағанда йәки күңеле төшөп торғанда, шул ҡумтаны асҡан. Һәм еп-еңел булып ҡалған. Унда бит ҡыҙының үбеүҙәре, һөйөүе һаҡлана!
Ә һеҙҙең шундай ҡумтағыҙ бармы?
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.