Район хакимиәтенең бизнес-шерифы Руслан Уразмәтов Ғәликәйевтар ғаиләһе тураһында хәбәр итә.
"Шишмә районының Йәрми ауылынын Ғәликәйевтар ябыҡ тупраҡта йәшелсәләр үҫтерә. Улар 2023 йылда ярҙамсы хужалығын үҫтереү өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһында ҡатнашып, теплицаларын ҙурайта. Фермерҙар ҡыяр үҫтерә. Хәҙер инде ассортиментты киңәйтергә лә уйлайҙар - еләк һәм йәшел тәмләткестәр ҙә үҫтермәкселәр. Бының өсөн ер кәрәк. Ғәликәйевтар "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә килеп, бизнес-проекттарын тәҡдим итте. Уларҙың инвестпроекттары хуплау тапты, муниципаль программа буйынса конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде", - тиелә уңған фермерҙар тураһында.