Бөгөн Башҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеү буйынса "Ут күршеләр" әҙәби-танытыу проектына һайлап алыу башлана.
Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды ярҙамы менән тәржемәселәр Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаларының, башҡорт әҙәбиәте классиктарының башҡорт йәки татар телдәрендә ижад иткән әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеп баҫтырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ә уҡыусылар башҡорт яҙыусыларының рус телендәге яңы китаптары менән таныша аласаҡ.
Проекттың нәшриәт фонды 1 500 000 һум тәшкил итә.
Тәржемәселәр эштәрен түбәндәге категориялар буйынса тәҡдим итә ала: “Ҙур проза” (роман, повесть), “Проза йыйынтығы” (хикәйәләр, эссе), “Шиғриәт” (шиғырҙар, поэмалар), "Балалар һәм йәштәр өсөн иң яҡшы әҫәр" һәм “Классик” (Башҡортостандың классик әҙәбиәте әҫәрҙәре).
Проектта ҡатнашыу өсөн ғаризалар 1 августан 30 сентябргә тиклем sosedipoognu@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Унда тәржемәсе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт; контакт номеры; номинацияның атамаһы, тәржемә итергә ниәтләгән әҫәрҙең исеме; уны һайлау буйынса ҡыҫҡаса аңлатма һәм ғариза биргән кеше тарафынан эшләнгән тәржемә өлгөһө яҙылырға тейеш.
Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса биш еңеүсенең (һәр категорияла берәр) исеме 31 октябрҙә иғлан ителәсәк. “Ут күршеләр” проектында һайлап алынған биш тәржемәсе ике ай эшләгәндән һуң, улар әҙерләгән әҫәрҙәр айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк.
Шулай уҡ проект буйынса “Хәҙерге шарттарҙа әҙәби тәржемә практикаһы” семинары һәм әҙәби тәржемә проблемалары буйынса “Әҙәби тәржемә – XXI быуат диалогы” түңәрәк өҫтәле үтә. Башҡортостан яҙыусыларының төрлө телдә нәшер ителгән китаптарҙан "Сикһеҙ әҙәбиәт" исемле күргәҙмә ойошторола.