Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Август , 12:25

Күп балалы ғаиләләргә ипотекаға түләү өсөн аҡса бирелә

РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин телеграм-каналда хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки унан һуңғы балаһы тыуған ғаиләләр 450 мең һум күләмендә түләү алып, уны ипотекаға түләй аласаҡ. Был осраҡта кредит килешеүе 2031 йылдың июль айына тиклем төҙөлөргә тейеш.

Күп балалы ғаиләләргә ипотекаға түләү өсөн аҡса бирелә
Күп балалы ғаиләләргә ипотекаға түләү өсөн аҡса бирелә

Тейешле ҡарар Президент указы менән ҡабул ителде, тип хәбәр ителә Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында. Премьер-министр Михаил Мишустин был ҡарар ярҙамында тағы ла бик күп Рәсәй ғаиләһе йәшәү шарттарын яҡшыртыр, тигән өмөттә. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: