Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июль 2024, 11:22

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!

Башҡортостанда 31 авгусҡа тиклем «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы үтә. Ул күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!

Нимә килтерергә мөмкин:
— канцелярия тауарҙары;
— дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт;
— мәктәп формаһы һәм аяҡ кейеме;
— спорт формаһы;
— портфелдәр.
Канцелярия тауарҙары - яңы, портфелдәр, кейем-һалым һәм китаптар яңы йәки яҡшы торошта булырға тейеш.
Мәктәп кәрәк-ярағын «Ғаилә» үҙәктәрендә йыялар. Уларҙың бәйләнеш телефондары һәм адрестары – ошонда: vk.cc/chDhBD.
«Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм телефонына шылтыратып, ентеклерәк мәғлүмәт белешергә мөмкин: 8-800-347-5000

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас