Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июль 2024, 07:00

Бәлки...

"Беҙҙең тормошта ла, бәлки, күптән кәртәләр юҡтыр, әммә үткән тәжрибә, “ауыҙ бешеү” аңыбыҙға ныҡ һеңгәнлектән алға барырға, ниндәйҙер аҙымдар яһарға ҡамасаулайҙыр? Бәлки, тағы бер генә аҙым ынтылырғалыр..."

Бәлки...Бәлки...
Бәлки...

Хикмәтле хикәйәт

Бәлки, башҡа һеҙҙең алда кәртә юҡтыр...

Суртанды бер ҙур аквариумға урынлаштырғандар. Тәүҙә ул аквариумды бер итеп йөҙөп йөрөгән. Һуңғараҡ һауыттың бер өлөшөнә быяла кәртә ҡуйғандар. Суртан йөҙөп килгән дә, төртөлгән, килгән дә төртөлгән. Балыҡ үтә күренмәле стенаның барлығын ҡайҙан белһен?! Аквариумдың бер яҡ башына сыға алмай шулай оҙаҡ ҡына хитланған суртан. Ахырҙа күнгән – бүтән быяла кәртә яғына бармаған.

Бер аҙҙан кешеләр кәртәне алған. Тик балыҡ һаман аквариумдың яртыһында ғына йөҙә икән. Хатта элек кәртәле урынға әйләнеп тә ҡарамай...

Беҙҙең тормошта ла, бәлки, күптән кәртәләр юҡтыр, әммә үткән тәжрибә, “ауыҙ бешеү” аңыбыҙға ныҡ һеңгәнлектән алға барырға, ниндәйҙер аҙымдар яһарға ҡамасаулайҙыр? Бәлки, тағы бер генә аҙым ынтылырғалыр...

Бәлки, шул саҡта ныҡышмаллығыбыҙ өсөн бүләк алырбыҙ.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас