– Аҡсаны кире ҡайтарыу осраҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр һеҙ белем биреү ойошмаһы менән төҙөгән килешеүҙә яҙылған булырға тейеш. Тәү сиратта, документты ентекле ҡарап сығығыҙ. Һәр хәлдә, түләүле белем биреү хеҙмәтенең кәмселектәре асыҡланған осраҡта, шулай уҡ белем биреү уҡыу-уҡытыу тәртибендә ҡаралған кимәлдә алып барылмаһа, һеҙ был хеҙмәтте түләүһеҙ күрһәтеүҙе, уҡыу хаҡын кәметеүҙе, йә иһә уҡыу өсөн тотонолған сығымдарҙы ҡаплауҙы талап итә алаһығыҙ. Мөрәжәғәт иткәндән һуң, билдәле бер ваҡытта етешһеҙлектәр бөтөрөлмәһә, һеҙҙең килешеүҙән баш тартырға һәм түләгән аҡсаны талап итергә хаҡығыҙ бар. Шулай уҡ килешеүҙә ҡаралған шарттар үтәлмәгән осраҡта килешеүҙән баш тарта алаһығыҙ (Рәсәй Хөкүмәтенең 2020 йылдың 15 сентябрендәге 1441-се “Түләүле белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеү тураһындағы” ҡарары).
Килешеүҙе өҙөргә һәм аҡсаны ҡайтарып алырға теләһәгеҙ, күрһәтелгән хеҙмәттең сифатһыҙ булыуын судта дәлилләргә тура киләсәк. Юғиһә, хеҙмәт күрһәтеүселәр һеҙҙең тейешле белем ала алмауығыҙҙы сифатһыҙ хеҙмәттән түгел, ә үҙ ғәйебегеҙҙән (аң кимәле түбән, уҡыуға илке-һалҡы ҡараш һәм башҡалар) булыуын күрһәтер. Шуға күрә быға алдан әҙерләнегеҙ. Әле уҡыуығыҙҙы ташламаған булһағыҙ, хоҡуҡтарҙы боҙоу, уҡытыу тәртибен тотмау осраҡтарын рәсмиләштерергә тырышығыҙ. Шаһиттар ҡул ҡуйған дәғүәләр яҙығыҙ. Ризаһыҙлыҡ белдергән башҡа уҡыусылар менән берләшеп эш итһәгеҙ, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарып алыу мөмкинлектәре артасаҡ.
Һорауҙарға 1-се категориялы адвокат Артур БӘДӘМШИН яуап бирҙе.