Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июля 2024, 13:15

Сибай медиктары һынатманы

Сибай медиктары Бөтә Рәсәй профсоюздар турслетында призлы урын яуланы.

Сибай медиктары һынатманыСибай медиктары һынатманы
Сибай медиктары һынатманы

 Байкал күле буйында үткән "Сөнки беҙ бергә" тип аталған Бөтә Рәсәй профсоюздарының туристик слетында бөтәһе 17 команда һәм 250 кеше ҡатнашты. Башҡортостан медиктарының йыйылма командаһы был ярышта өсөнсө урын яуланы. Йыйылма команда составына Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙары - Салауат Иҙрисов менән Динислам Ҡарамурзин да ингәйне. Улар икеһе лә волейбол менән шөғөлләнә, ГТО-ның алтын билдәһенә лайыҡ булған, туризм менән мауыға.

- Беҙ тәүге тапҡыр туристик ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, күп һынауҙар беҙҙен өсөн яңы ине. Минең өсөн иң иҫтә ҡалғаны ишкәк менән катамарандарҙа йөҙөү һәм контроль туристик маршруты үтеү булды, - тип һөйләй Салауат Иҙрисов. - Беҙ һыу туризмында икенсе урын алдыҡ, контроль -турист маршрутында беренсе булдыҡ. Һөҙөмтәлә, дөйөм команда менән өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Байкал күленең иң матур урынында палаткаларҙа йәшәнек.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас