Был сәтләүектең 30 грамында 3 г күҙәнәклек бар. Ул организмды таҙартырға ярҙам итә. Составындағы протеин, күҙәнәклек һәм майлы кислоталар күнекмәләр алдынан көс өҫтәй. Минералдарға һәм электролиттарға бай булыу сәбәпле, күнекмәләрҙән һуң организмға тиҙ генә үҙ хәленә ҡайтырға ярҙам итә.
В6 витаминына ла бай. 30 г фисташкала был витамин авокадоның ике порцияһындағы кеүек, ә антиоксиданттар бер сынаяҡ йәшел сәйгә ҡарағанда ла күберәк.
Фисташка фосфорға, калийға һәм тимергә бай. Улар иғтибарҙы эшкә тупларға ярҙам итә.
Лютеин һәм зеаксантин сығанағы булараҡ, күҙ ауырыуҙарынан да һаҡлай.
Фисташка – калорияға бай сәтләүектәрҙең береһе. 30 грамында фисташкала 100 ккал иҫәпләнә.
Майлы кислоталарға һәм үҫемлек стеролдарына бай сәтләүек ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә лә ярҙам итә.
Фото:Т.Аманов.