Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2024, 04:51

Эшҡыуарҙар кәрәкле кәңәш һәм ярҙам ала

Башҡортостандың район һәм ҡалаларында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты буйынса "Бизнес башлау һәм алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу" федераль проекты ғәмәлгә ашырыла.

Эшҡыуарҙар кәрәкле кәңәш һәм ярҙам алаЭшҡыуарҙар кәрәкле кәңәш һәм ярҙам ала
Эшҡыуарҙар кәрәкле кәңәш һәм ярҙам ала
Был йәһәттән Шишмә районында ла "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" даими ойошторола. Унда йүнселдәргә ярҙам күрһәтелә.
Былтыр теплица хужалығы фермерҙары адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса уҡып, етештереү майҙандарын киңәйткән. Йылытылған теплицала ҡыяр үҫтерелгән, хәҙер иһә инвесторҙар башҡа төрлө йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерергә ниәтләй. Фермерҙар бизнес-план төҙөгән.
 
Фото: Администрация муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас