– Һеҙ дәғүәне улығыҙға ла, уның ҡатынына ла бирергә хоҡуғығыҙ бар. Киленегеҙ мөлкәтте бүлдереүенән ҡурҡмағыҙ: бергә йәшәгән осорҙа алынған мөлкәт менән бергә бурыстар ҙа өлөшкә иҫәпле рәүештә бүленә. Йәғни, уларҙың балалары булмағас, һәр береһенә ½ өлөш тура килә. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: бурысҡа алынған аҡсаны ғаилә ихтыяждары өсөн тотонолған осраҡта ғына икегә бүлеүҙе талап итеп була. Ә һеҙҙең осраҡта ундай ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ. Сөнки һеҙ биргән аҡсаны ҡушып, улар айырым йорт алған.
Һеҙҙең осраҡта бер генә ауырлыҡ бар: 2018 йылда алған распискағыҙ ғәмәлгә яраҡһыҙ. Был документ өс йылдан үҙ көсөн юғалта. Ә бына ике миллион һумды улар икәүләп түләргә тейеш.
Һорауҙарға 1-се категориялы адвокат Артур БӘДӘМШИН яуап бирҙе.