Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2024, 13:30

Ҡабаҡ һуты күп ауырыуға дауа

Ҡабаҡтың бик файҙалы ризыҡ икәнен беләһегеҙҙер.  Уның һутының күп ауырыуға шифаһы тейә. 

Ҡабаҡ һуты күп ауырыуға дауаҠабаҡ һуты күп ауырыуға дауа
Ҡабаҡ һуты күп ауырыуға дауа

 Бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарынан көнөнә бер тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда яртышар стакан ҡабаҡ һуты эсергә.

Бөйөрҙә, үт ҡыуығында таш булғанда, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/3 стакан ҡабаҡ һуты эсергә.

 Невроз һәм йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда төнгөлөккә бер балғалаҡ бал ҡушып, ярты стакан һут эсергә.

Һалҡын тейеп, тән янғанда һәм  биҙгәк йонсотҡанда  ҡабаҡ һутын һыуһынды һәм тән яныуын баҫыу өсөн эсергә.

 Ҡабаҡ һуты эс ҡатыуҙан һәм гипертониянан да ярҙам итә. Был осраҡта көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда ¼ стакан эсергә.

Простата аденомаһы һәм простатиттың башланғыс стадияһында көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты литр һут эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай. Артабан дауалауҙы өс айға бер ҡабатлап торорға кәрәк.  Шулай уҡ простатитты ҡабаҡ орлоғо менән дауалайҙар. Бының өсөн көнөнә яртышар стакан ҡыҙҙырылмаған орлоғон ашарға.

 Һытҡыларҙан зыян күргән тирегә  ҡабаҡ һутына манып алын мамыҡты ябырға мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас