Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2024, 11:30

Зәңгәр яғыулыҡ торбаһын мәжбүри һуҙа алалармы?

"Минең Өфө ҡалаһы янындағы ҡасабала ер участкаһы һәм йортом бар. Быйыл яҙ райондың газ хеҙмәтенән килеп, яңы йорттар төҙөлә башлаған күрше урамға баҡсам аша торба һуҙасаҡтарын хәбәр иттеләр. Ул урамды зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү шулай уңайлыраҡ икән. Мин баш тарттым – беренсенән, һигеҙ йыл элек ултыртҡан ағастар емеш бирә башланы, йәшелсә лә сәсеп өлгөргәйнек. Икенсенән, хәүефһеҙлек яғынан да һорауҙар күп. Күптән түгел тағы бер килеп, мине судҡа бирәсәктәре һәм йортома тоташҡан газды өҙөргә йыйыныуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Улар быны эшләй аламы?"   Кәүсәриә ҮҘӘНБАЕВА, Шишмә районы.  

Зәңгәр яғыулыҡ торбаһын мәжбүри һуҙа алалармы?Зәңгәр яғыулыҡ торбаһын мәжбүри һуҙа алалармы?
Зәңгәр яғыулыҡ торбаһын мәжбүри һуҙа алалармы?

– Һеҙҙең йортҡа тоташҡан зәңгәр яғыулыҡты өҙөү менән янауҙары дәлилһеҙ – уның законға бәйләнеше юҡ. Әммә райондың газ хеҙмәтенең суд аша ер участкаһынан файҙаланыуҙы сикләү мөмкинлеге бар. Ә һеҙ, үҙ сиратығыҙҙа, уларға торбаны башҡа юл менән дә үткәреү мөмкинлеге булғанын дәлилләрлек факттар килтерергә тейешһегеҙ.

Әгәр суд ҡарарҙы газ хеҙмәте файҙаһына ҡабул итә икән, һеҙҙең ерегеҙ менән файҙаланыу мөмкинлеге сикләнеүгә бәйле түләүҙәрҙе (документтар юллау һәм башҡалар) һәм торба һуҙыу арҡаһында килгән зыянды (емеш ағастарын ҡырҡыу, рәшәткәләрҙе, бағаналарҙы алыу һәм башҡалар) тулыһынса ҡаплауҙы талап итергә хаҡығыҙ бар.

Һорауға 1-се категориялы адвокат Артур БӘДӘМШИН яуап бирҙе.  

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас