Хикмәтле хикәйәт
Өндәшмә...
Йәш кеше Остазына килгән дә:
– Миңә бер аҡыл өйрәт, – тигән.
– Өндәшмә.
– Аңламаным, – шәкерт аҡһаҡалдың был һүҙен ҡапылғара төшөнмәгән.
– Шундай күнегеү ул. Өндәшмә. Шым тор. Тәүлек буйына өнһөҙ ҡал.
- Һы. Ярай. Шым йөрөү ул әллә ни ауыр ҙа түгел әле.
– Ә һин шулай эшләп ҡара. Мин дә өндәшмәҫкә маташтым да, ярты сәғәттән һөйләшә башланым. Артабан да иҫемә төшһә, ауыҙымды ҡаплаған булам, ә барыбер шым йөрөү ауыр. Оҙаҡ хитландым шулай. Нимәлер әйтергә, бәхәсләшергә, яуапларға кәрәк булғанда ла, мин шым ҡалырға тейеш инем. Һәм һуңғараҡ аңланым: күп осраҡта нимәлер әйтергә лә кәрәкмәй икән. Өндәшмәүем тыныслыҡ килтерҙе. Бәхәс юҡ, талаш юҡ, үпкәләш юҡ. Был ғәҙәткә инеп китте.
Шым ҡалыу үҙенең емешен бирә. Ул иркеңде арттыра. Өндәшмә. Шулай эшләп ҡара...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.