Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2024, 14:00

Моңло тулҡындарҙа...

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Үҙәнбаеваның моңло тауышы көнөбөҙҙө йәмләһен.  

Моңло тулҡындарҙа...Моңло тулҡындарҙа...
Моңло тулҡындарҙа...

Флүрә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева 1957 йылдың 26 ғинуарында Мәләүез районының Смаҡ ауылында тыуған. Ҡыҙға өс йәш булғанда, уларҙың ғаиләһе Иҙел буйында урынлашҡан Түләк ауылына күсә. 
Мәктәпте тамамлағас, төҙөүселәр училищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Тик йыр-моң донъяһы ҡыҙҙы үҙенә тарта һәм ул Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға бара. Мәләуез районының мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Республика кимәлендәге конкурста ҡатнашып, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге премияға лайыҡ була. 1982 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Союз халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә ирешә һәм башҡорт халҡының мәшһүр “Шәүрәкәй” йыры менән лауреат булып таныла. 1991 йылда Салауат ҡалаһында эстрада йырсылары араһында Рәсәй күләмендә уҙғарылған конкурста лауреат исемен яулай.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас